

20 марттан 26 мартҡа тиклем Рәсәйҙә йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау аҙналығы үткәрелә, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ул 24 мартта Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөн уҙғарыу айҡанлы ойошторола.
Туберкулез – башлыса үпкәне зарарлаусы микобактериялар тыуҙырған йоғошло сир. Ул үпкәгә генә түгел, лимфа системаһына, һөйәккә, быуындарға, бәүел-енси ағзаларға, тирегә, күҙҙәргә, нервы системаһына ла зыян килтереүе мөмкин.
Йоғошло ауырыуҙарҙы зарарлы микроорганизмдар тыуҙыра һәм сир сырхауҙан сәләмәт кешегә күсеп тарала.
Йоғошло сирҙәрҙе йоҡтороуҙың төп юлдары:
Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү шәхси (вакцинация, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, сынығыу, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу) һәм дөйөм профилактиканы (производствола хәүефһеҙ хеҙмәт, көнкүреш шарттары булдырыу) үҙ эсенә ала.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.