+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Март 2023, 09:15

"Ҡырым яҙы" - Башҡортостанда

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалететтарында, Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыу айҡанлы, байрам саралары ойошторола.

"Ҡырым яҙы" - Башҡортостанда
"Ҡырым яҙы" - Башҡортостанда

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалететтарында, Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыу айҡанлы, байрам саралары ойошторола.

Улар асыҡ майҙандарҙа, парктарҙа, музей, мәҙәниәт һарайҙарында, концерт, күргәҙмә залдарында ойоштороласаҡ.

17 мартка тиклем Өфөлә республика Хәрби Дан музейы «Крым-1944» мәғариф лекциялары уҙғара. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡырымды азат итеүсе яҡташтарыбыҙ» мәҙәни-мәғариф саралары үтә.

17 мартта Өфөлә 8-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының фортепиано музыкаһы концерты киске сәғәт 5-тә Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында башлана.

17 март-17 апрелдә Республика Хәрби Дан музейында «Севастополь - рус даны ҡалаһы» электрон күргәҙмәһе үтәсәк.

18 мартта республика халҡы «Крым» нәфис фильмын ҡарай ала (Рәсәй, 2017 йыл, сюжет реаль ваҡиғаларға ҡоролған).

Өфө «Нур» дәүләт театрында иртәнге сәғәт 10-да ҙур залдың фойеһында «Бахчисарайский фонтан» спектакленән фотосюжеттарҙың тематик күргәҙмәһе, көндөҙгө сәғәт 12-лә «Обретая свет в пути» театрлаштырылған тамашанан фотосюжеттар күргәҙмәһе асыла, көндөҙгө сәғәт 2-лә тамашасылар «Нур» театры артистары башҡарыуында Крым һәм Кавказ халыҡтары йырҙарының видеояҙмаларын ҡарай ала.

19 мартта Өфө «Нур» татар дәүләт театры ҡунаҡтарҙы «Ҡырым һәм Рәсәй - бер яҙмыш!» әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаһына саҡыра. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-03-16/v-bashkirii-proydyot-festival-krymskaya-vesna-3179136

Автор:
Читайте нас: