+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендәге иң яҡшы педагогтар өсөн премиялар булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендәге иң яҡшы педагогтар өсөн премиялар булдырылды
Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендәге иң яҡшы педагогтар өсөн премиялар булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указдың тексынан күренеүенсә, «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына йыл да Башҡортостан Башлығының премиялары тапшырылырға тейеш.

50 мең һум күләмендәге премия юғарыла билдәләнгән конкурстарҙың ике еңеүсеһенә бирелә. Һәр конкурстың тағы дүрт лауреатына 30 мең һум аҡса тапшырыла.

Премиялар мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының иң яҡшы педагогик хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында булдырылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-17/glava-bashkirii-uchredil-premii-dlya-luchshih-pedagogov-doshkolnogo-obrazovaniya-3180757

Автор:
Читайте нас в