+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды

Өфө хакимиәте 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәрергә әҙерләнә башланы.

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды
Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек башланды

Өфө хакимиәте 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәрергә әҙерләнә башланы. Ҡала властары алдында былтыр 170 мең кеше ҡатнашҡан сараның графигын, мәҙәни программаһын һәм хәүефһеҙлек сараларын билдәләү бурысы тора. Октябрь проспектын ябыуға бәйле шәхси һәм йәмәғәт транспортының урау хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелә.

2022 йылдың 9 майында республикала 487 мең кеше Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулағандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн «Үлемһеҙ полк» сафына баҫты.

Улар әҙерләнгән штендерҙар йәки туғандарының һәм яҡындарының, фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең фотоһүрәттәрен тотоп барҙы. Акция республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында үтте.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас в