+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда оборона-сәнәғәт предприятиеларының меңгә яҡын хеҙмәткәре ҡайтанан уҡыуға ебәрелә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу һәм уларға өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар планлаштырылған. Республика өсөн 2023 йылға ҡатнашыусыларҙың квотаһы 870 кеше тәшкил итә. Был маҡсатҡа яҡынса 52 миллион һум һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.

Башҡортостанда оборона-сәнәғәт предприятиеларының меңгә яҡын хеҙмәткәре ҡайтанан уҡыуға ебәрелә
Башҡортостанда оборона-сәнәғәт предприятиеларының меңгә яҡын хеҙмәткәре ҡайтанан уҡыуға ебәрелә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу һәм уларға өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар планлаштырылған. Республика өсөн 2023 йылға ҡатнашыусыларҙың квотаһы 870 кеше тәшкил итә. Был маҡсатҡа яҡынса 52 миллион һум һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, шуларҙың 99 проценты – федераль бюджеттан, 1 проценты – төбәк ҡаҙнаһынан. Яңы программа был өлкәне кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә, ә төбәк халҡына яңы һөнәр алырға һәм оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк.

 – Былтыр эштән бушатылыу хәүефе янаған сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә белем ала һәм ҡайтанан уҡый алды, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Мәҫәлән, санкциялар арҡаһында заказдар булмау сәбәпле ябылырға мәжбүр булған цехта эшләгән 3 612 хеҙмәткәрҙе былтыр шул уҡ предприятиеларҙа талап ителгән һөнәрҙәргә өйрәттек йәки квалификацияһын күтәрҙек. 2023 йылда Рәсәй Хеҙмәт Министрлығы яңы йүнәлешкә ярҙам итергә тәҡдим итә – оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен яңы һөнәрҙәргә  уҡытыуға һорау арта, илдең 63 төбәге шундай ихтыяж белдерә. Яңы программа көнүҙәк, сөнки дәүләт оборона заказы илдә күбәйә. Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, улар «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проекты сиктәрендә икенсе һөнәргә уҡый йәки белемен камиллаштыра ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ленара Иванова. Шуны билдәләп үтеү мөһим: мәшғүллеккә ярҙам итеүҙең яңы йүнәлеше сиктәрендә сәнәғәт өлкәһе предприятиелары үҙ хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыуҙан тыш, үҙ штатына эш эҙләүселәрҙе лә йәлеп итә аласаҡ. Улар менән килешеү төҙөйәсәктәр һәм уҡыта аласаҡтар.

2022 йылда республиканың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына бөтәһе 7 316 кешене эшкә урынлаштырҙы, уларҙың 228-е – урта һөнәри белем биреү учреждениеларының элекке студенттары һәм сығарылыш уҡыусылары.  Һәр предприятиеға халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгесе беркетелгән. Ул ошо предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт һәм консультациялар бирә. Бушлай белем алырға теләүселәргә мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеп, предприятие менән килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ. 2023 йылда илдә бындай саралар 176 меңдән ашыу кешене ваҡытлыса эшкә урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Федераль бюджетта был маҡсатҡа 12,8 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в