+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бала табыу йорто тәҙрәһенән бүлмәләше сабыйын ырғытҡан ҡатын яңынан бәпәй көтә

2021 йылдың авгусында Стәрлетамаҡта фажиғәле хәл була. Виктория исемле ҡатын малай таба, балалар табыу йортондағы бүлмәләш күршеһе уның сабыйын ала ла тәҙрә аша ырғыта. Йәш әсә был башҡа һыймаҫлыҡ хәлде ауыр кисерә.

Бала табыу йорто тәҙрәһенән бүлмәләше сабыйын ырғытҡан ҡатын яңынан бәпәй көтә
Бала табыу йорто тәҙрәһенән бүлмәләше сабыйын ырғытҡан ҡатын яңынан бәпәй көтә

2021 йылдың авгусында Стәрлетамаҡта фажиғәле хәл була. Виктория исемле ҡатын малай таба, балалар табыу йортондағы бүлмәләш күршеһе уның сабыйын ала ла тәҙрә аша ырғыта. Йәш әсә был башҡа һыймаҫлыҡ хәлде ауыр кисерә, һәләк булған сабыйына социаль селтәрҙәрҙә мәҡәләләр бағышлай. Ә яңыраҡ Виктория үҙенең тормошондағы ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешкән. «Мин тәүҙә йәшереп маташҡайным, шулай ҙа матур яңылыҡ менән уртаҡлашырға ваҡыт етте...» — тип яҙа ул шәхси блогында, йомро ҡорһағын ҡосаҡлап. Бөтәһе лә уның өсөн шатлана. Хәҙер Виктория тормошондағы иң ҡурҡыныс ваҡиға тураһында һирәк һөйләй. Сабыйын юғалтҡас, ныҡ ауыр булһа ла, үлтереүсене ғәфү итергә ҡарар итә ул: «Яуызлыҡты күңелдә тотмайбыҙ, ғәфү итәбеҙ: бала табыу йортон да, табиптарҙы ла, минең менән реанимацияла ятҡан аҡылһыҙ ҡатынды ла.

Мәғлүм булыуынса, ҡот осҡос хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһының бала табыу йортонда теркәлгән. Элек психоневрология диспансерында күҙәтелгән 29 йәшлек ҡатын уның менән бер палатала ятҡан йәш әсәнең яңы тыуған балаһын өсөнсө ҡаттың тәҙрәһенән ырғыта. Сабый алған тән йәрәхәттәренән вафат була. Баланы үлтереүҙә ғәйепләнеүсе психоневрология диспансерында «депрессия» диагнозы менән күҙәтеү аҫтында торған булған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-17/zhitelnitsa-bashkirii-novorozhdennogo-syna-kotoroy-vybrosila-sosedka-v-okno-roddoma-snova-beremenna-3180713

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в