+5 °С
Болотло
Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов булды.
Тәүҙә ул республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты. Сәфәре барышында Одес Байсолтанов «Беҙ бергә. Спорт» йәйге сурдлимпия уйындарын ойоштороу комитетының беренсе ултырышында ҡатнашты, шулай уҡ Борай районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән танышты.
Одес Байсолтанов санкция баҫымы шарттарында урындарҙа спортты үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ Башҡортостанға федераль күләмдәге барлыҡ спорт сараларын юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.