Быйыл Өфөлә 11-се класты тамамлаусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау 19 майҙа яңғыраясаҡ. Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.
«2023 йылдың 19 майында 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын ойошторорға», – тиелә документта.
Өфөнөң район хакимиәттәренә, ҡала йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, баш ҡаланың янғын һағы идаралығына һәм башҡа күҙәтеү ведомстволарына 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәргәндә «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау буйынса саралар күрергә» ҡушылды.
Уҙған йылда баш ҡала мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы Өфөнөң «Ватан» паркында 25 майҙа булғайны.
Сығанаҡ: "Башинформ".