Былтыр ноябрҙә Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан Илсур Исхаҡовтың шахбокс буйынса донъя чемпионы исемен яулауы тураһында яҙғайныҡ.
Донъя чемпионы Өфөлә йәшәй. Ул БДУ-ның инженер факультетын тамамлаған. Былтыр ноябрҙә Төркиәнең Анталия ҡалаһында үткән донъя ярыштарында Франциянан бик көслө дәғүәсеһен еңде. Илсур - шахмат буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Бөгөн 24 йәшлек спортсы киләһе старттарға әҙерләнә, инженер-конструктор булып эшләй һәм тиҙҙән шахбокс Академияһының тренеры буласаҡ.
- Мин биш йәшемдән шахмат уйнайым, бокс менән һигеҙ йыл элек шөғөлләнә башланым, БДУ-ла уҡығанда мауыға башланым. Был ике спорт төрөн дә бик яратам, - тип аңлата Илсур.
Университетты тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт итә, ә ҡайтҡас, бөтөнләй осраҡлы рәүештә шахбокс тураһында белә. Һәм күнекмәләргә йөрөй башлай.
Илсурҙың спорт карьераһы осраҡлы түгел. Уның атаһы Сабир Исхаҡов 20 йылдан ашыу Башҡортостандың шахмат буйынса йыйылма командаһы ағзаһы һәм тренеры була, бынан тыш, спорттың башҡа төрҙәре менән дә шөғөлләнә.
- Шахбокста барыһы ла ғәҙәти спорттағы кеүек олимпия системаһы буйынса ярышабыҙ. Мин хатта шахмат уйнау ҡатмарлыраҡ, тип әйтер инем, сөнки бокс раундынан һуң шахмат партияһына ултырыу еңел түгел. Әгәр бокста алыш көсөргәнешле булһа, шахматта иғтибарҙы туплау бик ауыр. Мин һәр ваҡыт күнекмәләр яһайым, етди әҙерләнәм һәм инде күнеккәнмен, шуға күрә бокстан шахматҡа тиҙ күсергә проблемаларым юҡ, - ти чемпион.
Сығанаҡ:https://mgazeta.com/