+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Марта 2023, 11:25

Ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берәр миллион һум түләнә

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы донъя күргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берәр миллион һум түләнәАуылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берәр миллион һум түләнә
Ауылға йәки бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә берәр миллион һум түләнә

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы донъя күргән.

Документҡа ярашлы, 2023 йылда дәүләт йәки муниципаль мәҙәниәт учреждениелары йәки мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 30 хеҙмәткәренә берәр миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Түләүгә ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаға эшкә ҡайтҡан белгестәр дәғүә итергә мөмкин. Аҡса биреү тәртибе бер ай эсендә әҙерләнәсәк.

Сығанаҡ: "Башинформ".

 
Автор:
Читайте нас