+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары ағас әҙерләүгә өҫтөнлөк алды

 Быға тиклем Башҡортостандан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренең өҫтөнлөклө тәртиптә ағас алыуға хоҡуғы республика законы менән нығытылыуы тураһында хәбәр ителгәйне.

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары ағас әҙерләүгә өҫтөнлөк алды
Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары ағас әҙерләүгә өҫтөнлөк алды

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған ҡарарында республикала граждандарҙың үҙ ихтыяжы өсөн ағас һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ағас әҙерләүгә өҫтөнлөклө хоҡуғы булған граждандар категорияһына төҙөлөш йәки хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкаһы булған, махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән яҡташыбыҙҙың ғаилә ағзалары: хәләл ефете, ата-әсәһе йәки уллыҡҡа алыусылар индерелгән.

 Быға тиклем Башҡортостандан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренең өҫтөнлөклө тәртиптә ағас алыуға хоҡуғы республика законы менән нығытылыуы тураһында хәбәр ителгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-15/chleny-semey-pogibshih-uchastnikov-svo-v-bashkirii-poluchili-preimuschestvo-na-zagotovku-drevesiny-3177945

Автор:
Читайте нас в