0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Марта 2023, 11:37

Гүзәллек бәйгеһенә һайлап алыу туры уҙғарыла

Баш ҡалабыҙ матурҡайҙарын «Өфө һылыуҡайы - 2023» гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыралар. Быйыл проект Өфөнөң яҡынлашып килгән 450 йыллығына арнала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гүзәллек бәйгеһенә һайлап алыу туры уҙғарылаГүзәллек бәйгеһенә һайлап алыу туры уҙғарыла
Гүзәллек бәйгеһенә һайлап алыу туры уҙғарыла

26 мартта «Өфө һылыуҡайы - 2023» ҡала матурлыҡ конкурсына кастинг уҙғарыла. Бәйгене Өфө хакимиәте булышлығында «Һомай» театр-дефиле» студияһы үткәрә. Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Конкурста ҡатнашыуға 16-35 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Финал 26 апрелдә ВДНХ комплексында була. Быйыл проект Өфөнөң яҡынлашып килгән 450 йыллығына арнала. Еңеүсегә 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла. Конкурс һәм кастингты уҙғарыу тәртибе тураһында положение — конкурстың «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-15/v-ufe-proydet-otbor-uchastnits-na-konkurs-krasoty-3177769

Автор:
Читайте нас