+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Марта 2023, 04:44

Өфөнән Ереванға тура авиарейстар асыла

31 мартта Өфөнән Ереванға тура авиарейстар асыла, осоштарҙы Red Wings авиакомпанияһы башҡара, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнән Ереванға тура авиарейстар асылаӨфөнән Ереванға тура авиарейстар асыла
Өфөнән Ереванға тура авиарейстар асыла

31 мартта Өфөнән Ереванға тура авиарейстар асыла, осоштарҙы Red Wings авиакомпанияһы башҡара, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

"Red Wings авиакомпанияһы менән берлектә эш алып барҙыҡ. Ошо йүнәлештәге беренсе рейсты 31 мартта асырға уйлайбыҙ, – тип яҙҙы республиканың транспорт министры. – Ереванға бөтә уңайлыҡтары булған SSJ100 лайнерҙары оса башлай".

Әрмәнстанға осоштар – йома, кире йүнәлештә иһә шәмбе көндәрендә башҡарыла.

"Әйткәндәй, Әрмәнстандың баш ҡалаһы – Red Wings авиакомпанияһының маршрут селтәрендә Өфөнән бишенсе йүнәлеш. Авиакомпания шулай уҡ Алматы, Анталья, Минск һәм Истанбул ҡалаларына оса", – тип өҫтәне Александр Клебанов.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас