+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Марта 2023, 12:00

Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайта

Яҙ етә! Аҡҡоштар тыуған яғына ҡайта. Ғорур, һөйкөмлө ҡоштарҙың сылбырын тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында йәшәүселәр күргән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайтаБашҡортостанға аҡҡоштар ҡайта
Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайта

Башҡортостанға йылы яҡтан аҡҡоштар ҡайта башланы. Ғорур, һөйкөмлө ҡоштарҙың сылбырын тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында йәшәүселәр күргән. Мәғлүм булыуынса, матурҡайҙар Шотт паркында төпләнгән. Социаль селтәргә һалынған видеояҙмала күренеүенсә, аҡҡоштарға икмәк ашаталар. Йылға боҙҙан асылып бөтмәһә лә, ҡоштар биләмәне үҙләштерә һәм тирә-яҡты өйрәнә башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-15/v-bashkiriyu-posle-zimovki-nachali-vozvraschatsya-lebedi-3178255

Автор:
Читайте нас