+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2023, 05:19

Сираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Аҙыҡ-түлек һәм беренсе кәрәк-яраҡтарҙан тыш, көнкүреш тауарҙары, төҙөлөш өсөн мөһим әйберҙәр һәм Әбүбәкер ауылы халҡынан күҙәтеү өсөн тепловизор ошо көндәрҙә яу яланына барып етәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә юлландыСираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Сираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Сираттағы гуманитар йөк Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. “Яҡташтар менән бәйләнеш тотабыҙ, заявкала улар үҙҙәренә талап ителгән әйберҙәрҙе күрһәткән. Аҙыҡ-түлек һәм беренсе кәрәк-яраҡтарҙан тыш, көнкүреш тауарҙары, төҙөлөш өсөн мөһим әйберҙәр һәм Әбүбәкер ауылы халҡынан күҙәтеү өсөн тепловизор ошо көндәрҙә яу яланына барып етәсәк. Яугирҙарға шулай уҡ уҡыусыларҙан хаттар тапшырыласаҡ. Быларҙың барыһын да Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһында ҡулдан-ҡулға тапшырабыҙ. Алдынғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү – бөгөн беҙҙең уртаҡ бурыс! Кәрәк икән, артабан да ярҙам итербеҙ. Уларҙың барыһын да еңеү менән көтәбеҙ!” – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов.  

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас