13 марттан 19 мартҡа тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хроник вируслы С гепатитын йоҡтороуға һәм уның таралыуына ҡаршы көрәш аҙналығы үткәрә. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
С гепатиты ул – бауырҙың ялҡынһыныуы. Был сиргә тарығанда, нигеҙҙә, бауыр зыян күрә, әммә бөйөр менән ҡалҡан биҙенең дә зарарланыуы ихтимал, ти табиптар.
С гепатитын сирле кеше ҡаны, наркотиктар аша, стериль булмаған энә һәм башҡа инструменттар файҙаланылған салонда татуировка, пирсинг, маникюр, педикюр эшләткәндә эләктерергә мөмкин. Өй шарттарында уның ауырыу ҡулланған ҡырынғыс, теш щеткаһы кеүек шәхси гигиена әйберҙәре аша йоғоуы бар. Шулай уҡ С гепатитының енси юл менән күсеүе лә, сырхау әсәнән сабыйға йоғоуы ла ихтимал. Шунлыҡтан санитария-гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтеү, һаулыҡҡа һаҡсыл ҡарау үтә лә мөһим, тип билдәләй белгестәр.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.