+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2023, 08:58

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сәйәсәттә көсөн һынарға уйлай

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, бер нисә тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ Эльбрус Ниғмәтуллин тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн ойоштороу комитетына тейешле документтарын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сәйәсәттә көсөн һынарға уйлайРәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сәйәсәттә көсөн һынарға уйлай
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин сәйәсәттә көсөн һынарға уйлай

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, күп тапҡырҙар «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ Эльбрус Ниғмәтуллин тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн ойоштороу комитетына тейешле документтарын тапшырҙы.

«Мин спорт карьерамды тамамланым һәм туплаған тәжрибәмде йәштәр менән уртаҡлашырға теләйем. Башҡортостан – миңә көс-дәрт биргән төбәк. Республикаға файҙа килтерә алырмын, тип ышанам. Бында рәхмәтле һәм изге күңелле кешеләр йәшәй. Башҡортостанда тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен, тип иҫәпләйем», – тип билдәләне Эльбрус Ниғмәтуллин.

Фото «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе сайтынан.

Автор:
Читайте нас