-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2023, 05:55

Өфө рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина халыҡ-ара ярышта миҙалға лайыҡ булды

Аделина Заһиҙуллина Тегеранда NOWRUZ GAH Fening Olympiad турнирында сығыш яһаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина халыҡ-ара ярышта миҙалға лайыҡ булдыӨфө рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина халыҡ-ара ярышта миҙалға лайыҡ булды
Өфө рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина халыҡ-ара ярышта миҙалға лайыҡ булды

Өфө рапирасыһы, фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Иранда халыҡ-ара ярыштарҙа бронза миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Спорт министрлығынан. Яҡташыбыҙ сирекфиналда Арина Камалетдинованы еңде – 15:5.

Аделина Заһиҙуллина Тегеранда NOWRUZ GAH Fening Olympiad турнирында сығыш яһаны.

Бынан алда Аделина Заһиҙуллина Мәскәү өлкәһенең Новогорск ҡалаһында фехтование буйынса Бөтөн Рәсәй ярыштарында бронза призеры булды. Сирекфиналда спортсы ҡыҙ Владислава Пенюшкинаны (Мәскәү) 15:8 иҫәбе менән еңде, тип хәбәр иткәйне "Башинформ".

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-13/rapiristka-iz-ufy-adelina-zagidullina-zavoevala-bronzu-na-mezhdunarodnyh-sorevnovaniyah-v-irane-3175608

Автор:
Читайте нас