-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Март 2023, 12:10

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы башланды

Башҡортостанда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы башланды. Быйыл унда 150 педагог – һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған уҡытыусылар ҡатнаша.

Конкурс һынауҙары 10 мартта «Педагогик оҫтахана» конкурсынан башланды, бәйгеселәр уҡытыу һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрендә методик компетентлығын һәм тәжрибәһен күрһәтте. Һәр кем дистанцион технологиялар ярҙамында реаль ваҡыт режимында үҙенең педагогик асыштары, дәресте онотолмаҫлыҡ, файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам иткән алымдары менән уртаҡлашты.

Конкурсанттарҙы алда оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр көтә. Конкурс марафоны матбуғат конференцияһы менән тамамланасаҡ.

Еңеүселәрҙең исемдәре 24 мартта «Торатау» конгресс-холында конкурсты ябыу тантанаһында иғлан ителәсәк.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото: БР Мәғариф министрлығы сайтынан.

Автор:
Читайте нас в