0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2023, 04:47

Башҡортостандың ҡыҙҙар хоккей командаһы миҙал яуланы

Башҡортостандың 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр хоккей буйынса Рәсәй беренселегендә өсөнсө урынды алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың ҡыҙҙар  хоккей командаһы миҙал яуланыБашҡортостандың ҡыҙҙар  хоккей командаһы миҙал яуланы
Башҡортостандың ҡыҙҙар хоккей командаһы миҙал яуланы

Башҡортостандың 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр хоккей буйынса Рәсәй беренселегендә өсөнсө урынды алды. Спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, ярыштарҙың йомғаҡлау этабы 2-10 мартта Түбәнге Новгород өлкәһендә үтте.

Унда Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мәскәү, Свердловск, Түбәнге Новгород, Воронеж өлкәләренән һәм республикабыҙҙан командалар ҡатнашты. Башҡортостандың йәш спортсылары бронза миҙал яуланы һәм беренселектең призерҙары исемлегенә инде.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-13/zhenskaya-sbornaya-yuniorok-bashkirii-vpervye-v-svoey-istorii-pobedila-v-pervenstve-rossii-po-hokkeyu-3175425

Автор:
Читайте нас