+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2023, 03:40

Башҡортостан тәбиғәте төшөрөлгән открыткалар һатыла

Рәсәй почтаһы, Ростуризм һәм Рус география йәмғиәте Башҡортостандың иҫтәлекле урындары тураһында открыткалар коллекцияһы сығарҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан тәбиғәте төшөрөлгән открыткалар һатылаБашҡортостан тәбиғәте төшөрөлгән открыткалар һатыла
Башҡортостан тәбиғәте төшөрөлгән открыткалар һатыла

Рәсәй почтаһы, Ростуризм һәм Рус география йәмғиәте Башҡортостандың иҫтәлекле урындары тураһында открыткалар коллекцияһы сығарҙы.  

Открыткаларҙа Йүрүҙән йылғаһы, Ирәкташ, «Башҡортостан» милли паркы, Айғыр ҡаялары һәм Иҙрис мәмерйәһе һүрәтләнгән.

Коллекцияла Рус география йәмғиәтенең йыл һайын уҙғарылып килгән «Иң матур ил» фотоконкурсы архивтарынан иң яҡшы эштәр тупланған.

Открыткалар ҙа бер стилдә эшләнгән һәм Рәсәй төбәктәренең күркәм тәбиғәте төшөрөлгән фотоколлекция йыйырға теләгәндәр өсөн бик уңайлы. Проект 2021 йылда башланды.

Автор:
Читайте нас