+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
14 Март 2023, 06:02

Башҡорт ҡыҙы «Голос» телепроектында ҡатнаша

Ул «Пицца» төркөмөнөң «Романс» йырының кавер-версияһын башҡара һәм үҙе гитарала уйнай. Беҙҙең яҡташыбыҙға дүрт остаз да борола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт ҡыҙы «Голос» телепроектында ҡатнашаБашҡорт ҡыҙы «Голос» телепроектында ҡатнаша
Башҡорт ҡыҙы «Голос» телепроектында ҡатнаша

21 йәшлек Гөлнара Байғужина Беренсе каналда 11-се тапҡыр үткәрелгән «Голос» вокал бәйгеһенең "һуҡыр" тыңлауҙарында киләһе турға үткән. Был хаҡта йәш артист социаль селтәрҙә яҙған. Ул «Пицца» төркөмөнөң «Романс» йырының кавер-версияһын башҡара һәм үҙе гитарала уйнай. Беҙҙең яҡташыбыҙға дүрт остаз да борола. Гөлнара Антон Беляев командаһына барырға теләүен әйтә. Йырсы үҙенең был һайлауын эксперименттар үткәрергә теләүе һәм социаль селтәрҙә Беләевтың ижадын күптән рәхәтләнеп күҙәтеүе, уның эше менән һоҡланыуы менән аңлата.

Декабрҙә Гөлнараның "Сикһеҙлек" тип исемләнгән тәүге альбомы донъя күргән. Улар радиола һәм төбәк телеканалдарында яңғыраған. Бынан тыш яҡташыбыҙ Һамарҙа үткән «САМ.ФЕСТ» музыка фестивалендә өсөнсө урынға лайыҡ булған.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас