+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Марта 2023, 08:28

Әлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргән

Чехов исемендәге шифахананан умартасы Осиповтар ғаиләһе махсус хәрби операциялағы яҡташтарына бер тоннанан ашыу сәскә балы ебәргән. Был турала Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргәнӘлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргән
Әлшәй умартасыһы яугирҙәргә бал ебәргән

Чехов исемендәге шифахананан умартасы Осиповтар ғаиләһе махсус хәрби операциялағы яҡташтарына бер тоннанан ашыу сәскә балы ебәргән. Был турала Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

– Яугирҙәр беҙҙең үҙҙәрен көткәнде белһен, ярҙамыбыҙҙы тойһон, тибеҙ! – ғаилә башлығы Станислав Осипов шулай ти.

Осиповтарҙың бәләкәй генә умарталығы бар. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә улар быға тиклем дә күстәнәс оҙатҡан. Станислав, уның ҡатыны Виолетта, ҡыҙы Русалина һәм улы Давид ноябрь айында ла гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенә бер тоннанан ашыу бал ебәргән. Яугирҙәребеҙ, шылтыратып, шифалы күстәнәс өсөн рәхмәт белдергән.

Фото Дамир Мостафиндың Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһенән.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас