

Стәрлетамаҡ ҡалаһы филармонияһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" республика конкурсы финалы булып үтте. Был бәйгелә еңеүселәрҙе, ғәҙәттә, Башҡорт ғаиләһе көнөндә – 1 мартта иғлан итә торғайнылар, ләкин быйыл һауа торошо боҙолоп тороу сәбәпле, тантананы 10 мартҡа күсерҙеләр.
Быйыл конкурста республикабыҙҙа ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙән дә 100-ҙән ашыу ғаилә ҡатнашты. Уларҙың 14-е финалға сыҡты.
Традиция буйынса конкурс зона һәм республика этаптарында уҙғарылды. Жюри ҡарарҙарҙы ғаиләләр ебәргән видеопрезентациялар нигеҙендә ҡабул итте. Бәйгелә ҡатнашыусылар роликтарҙа үҙҙәренең ғаилә ҡиммәттәрен, традицияларын, байрамдарын, кәсептәрен, мауығыуҙарын сағылдырҙы.
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023" конкурсында Гран-приға Стәрлебаш районынан Тойғоновтар лайыҡ булды.
“Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында Нефтекаманан Ғилемхановтар беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында – Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар, өсөнсө урында – Ғафури районынан Күскилдиндар.
“Ғаилә ижады” номинацияһында һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды: беренсе урында – Нефтекаманан Ғимаҙиевтар, икенсе урында – Өфөнән Вәлиевтар, өсөнсө урында – Сибайҙан Байғужиндар.
“Ғаилә кәсебе” номинацияһында Асҡындан Ғайсиндар еңде, икенсе урын – Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтарға, өсөнсө урын Межгорьенан Хәйруллиндарға бирелде.
Еңеүселәргә дипломдар һәм шул нисбәттә 30, 50, 70 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
Махсус номинацияларҙа еңеүсе дипломдары һәм 10 меңлек сертификаттар менән Сибайҙан Ғәйетбаевтар (“Һәләтле ғаилә”), Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәевтар (“Рухлы ғаилә”), Стәрлетамаҡтан Мансуровтар (“Мираҫлы ғаилә”), Иглин районынан Нурыевтар (“Күп балалы ғаилә”) бүләкләнде.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Сығанаҡ: "Башинформ".