

Әле Башҡортостанда Ейәнсура районы хакимиәте, республика Мәғариф министрлығы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Аҡ тирмә” милли мәҙәниәт үҙәге башланғысында “Бураҡаева уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә.
Сара ике этапта ойошторолған. Тәүгеһе 1 мартта старт алды. Ул 18 мартҡа тиклем дауам итә. Был осорҙа конференцияла ҡатнашыусылар халыҡ педагогикаһы алымдарын ҡуланып үткәргән дәрестәрҙең видеояҙмаһын ойоштороу комитетына ебәрә.
Конференцияның икенсе этабы 23-24 мартта М.Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында була. Унда ҡатнашыусылар алдан билдәләнгән темалар буынса асыҡ дәрестәр, мастер-класстар үткәрә, секциялар эшендә ҡатнаша.