+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Марта 2023, 06:07

Башҡортостан умартасыһы яугирҙәргә бер тоннанан ашыу бал оҙатҡан

Был миһырбанлы ғаилә махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә беренсе тапҡыр ғына бал ебәрмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан умартасыһы яугирҙәргә бер тоннанан ашыу бал оҙатҡанБашҡортостан умартасыһы яугирҙәргә бер тоннанан ашыу бал оҙатҡан
Башҡортостан умартасыһы яугирҙәргә бер тоннанан ашыу бал оҙатҡан

Башҡортостандан умартасылар ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бер тоннанан ашыу сәскә балы оҙатҡан. Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итте.

Балды башҡорт яугирҙәренә Чехов исемендәге шифахананан Осиповтар ғаиләһе ебәргән. Һалдаттар Башҡортостан халҡының уларға ярҙам күрһәтеүен тойорға тейеш, тип иҫәпләй ғаилә башлығы Станислав.

«Станислав Осипов ҙур булмаған умарталыҡ тота. Әйткәндәй, был ғаилә махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә беренсе тапҡыр ғына бал ебәрмәй. Ноябрҙә Станислав хәләл ефете Виолетта, ҡыҙы Русалина һәм улы Давид менән махсус гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенә тоннанан ашыу бал тапшырғайны. Һалдаттарыбыҙ шылтыратып, файҙалы ризыҡ өсөн рәхмәт әйтте», — тип яҙҙы Дамир Мостафин «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-12/pchelovod-iz-bashkirii-otpravil-bashkirskim-voinam-v-zonu-svo-bolee-odnoy-tonny-myoda-3173966

Автор:
Читайте нас