+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Марта 2023, 08:59

19 йәшлек һатыусыға бысаҡ менән сәнскәндәр

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә булған фажиғәле хәл күптәрҙе тетрәтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
19 йәшлек һатыусыға бысаҡ менән сәнскәндәр19 йәшлек һатыусыға бысаҡ менән сәнскәндәр
19 йәшлек һатыусыға бысаҡ менән сәнскәндәр

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә булған фажиғәле хәл күптәрҙе тетрәтте. Бер нисә көн элек был ҡурҡыныс хәлдән һуң төшөрөлгән видеояҙма социаль селтәр буйлап таралғайны.
Мәғлүм булыуынса, 19 йәшлек Элина Нижегородка биҫтәһендәге магазинда эшләгән. Эше тамамланырға күп тә ваҡыт ҡалған булған. Көтмәгәндә магазинға бер ҡатын-ҡыҙ килеп ингән дә, йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеп, һатыусыға ташланған, күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Үпкәһе тәрән йәрәхәтләнгән ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар, ул күп ҡан юғалтыу сәбәпле, МРТ кислород етешмәүе арҡаһында мейеһенең зыян күргәнен билдәләгән. Ҡыҙ аңына ла килмәйенсә таң атҡансы йән биргән. Үлтереүсе ҡулға алынған.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас