-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Марта 2023, 08:05

Ковид-ауырыуҙар бер тәүлектә 195-кә артҡан

Үткән тәүлектә тағы ла 195 ауырыуҙа ковид инфекцияһы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусылар 356 981 иҫәпләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковид-ауырыуҙар бер тәүлектә 195-кә артҡанКовид-ауырыуҙар бер тәүлектә 195-кә артҡан
Ковид-ауырыуҙар бер тәүлектә 195-кә артҡан

Үткән тәүлектә тағы ла 195 ауырыуҙа ковид инфекцияһы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусылар 356 981 иҫәпләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Әлеге ваҡытта 139 яҡташыбыҙ стационарҙарҙа ковидтан дауалана, шуларҙың 89-ы – 60-ты уҙған кешеләр. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 153, 671-е – өлкән йәштәгеләр.

Коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 348 670, уҙған тәүлектә сәләмәтләнеүселәр – 206.  

Ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһында һүҙ алып барһаҡ, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: прививканың беренсе компонентын 3 626 574 кеше яһатҡан, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 3 448 089.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас