-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Марта 2023, 06:46

Карауаттар, ортопедик матрастар эшләү буйынса комплекс асылды

Туймазыла карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләү буйынса яңы комплекс эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Корона» компанияһының инвестиция проекты «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Карауаттар, ортопедик матрастар эшләү буйынса комплекс асылдыКарауаттар, ортопедик матрастар эшләү буйынса комплекс асылды
Карауаттар, ортопедик матрастар эшләү буйынса комплекс асылды

 Туймазыла карауаттар, ортопедик матрастар һәм ултырғыстар эшләү буйынса яңы комплекс эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Корона» компанияһының инвестиция проекты «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.

Асыу тантанаһы алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов, Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко менән бергәләп предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты һәм компания етәкселеге менән мебель кластерын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

«Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Мәмлиев яңы етештереү цехын һәм складтар төҙөүгә 450 миллион һум һалыныуы, шуның 200 миллион һумы дәүләт ярҙамы булыуы хаҡында һөйләне. Предприятие айына 20 меңгә яҡын матрас етештерә.

Компания 10 мең квадрат метрлыҡ тағы бер производство бинаһын төҙөргә йыйына. Был йылына 50 меңгә тиклем матрас сығарырға мөмкинлек бирер, тип көтөлә.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Карауаттар, ортопедик матрастар эшләү буйынса комплекс асылды
Карауаттар, ортопедик матрастар эшләү буйынса комплекс асылды
Автор:
Читайте нас