+9 °С
Облачно


Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы аша Яңғаҙы – Ишмөхәмәт ауылдарына газ торбалары һала башланылар.
Эште «Спец ППКС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев белдереүенсә, 15 саҡрымға һуҙыласаҡ трассаны төҙөүҙе май аҙағына тамамлау күҙ уңында тотола. Артабан инде Яңғаҙы һәм Ишмөхәмәт ауылдары урамдарына газ үткәргесе һалынасаҡ.