+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Марта 2023, 07:43

Бер ир сығып китеп юғалған

Өфөлә 60 йәшлек Сергей Фроловты эҙләйҙәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер ир сығып китеп юғалғанБер ир сығып китеп юғалған
Бер ир сығып китеп юғалған

Өфөлә 60 йәшлек Сергей Фроловты эҙләйҙәр. «БашРегионСпас» эҙәрмәндәр отряды хәбәр итеүенсә, ул 2022 йылдың 26 ноябрендә үк ғәйеп булған — Нижегородка биҫтәһендә АПС хәрефтәре яҙылған кәмәгә ултырып, билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.

Билдәләре: буйы 183 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сал сәсле, һорғолт-зәңгәр күҙле.

Ир «Роснефть» тигән яҙыулы ҡара-һоро куртка, шундай уҡ төҫтәге джемпер, аҡ футболка, һорғолт-ҡара салбар һәм оҙон ҡуңыслы резина итек кейгән.

Сергей Фроловтың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8-937-3-102-112 йәки 112 номерына шылтыратып, ҡотҡарыусыларға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-03-09/v-bashkirii-volontery-prodolzhayut-poisk-propavshego-osenyu-na-lodke-sergey-frolova-3170334

Автор:
Читайте нас