+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Марта 2023, 03:40

Йәш килендәр өсөн конкурс үтә

Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы ойошторола. Әле унда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш килендәр өсөн конкурс үтәЙәш килендәр өсөн конкурс үтә
Йәш килендәр өсөн конкурс үтә

Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы ойошторола. Әле унда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Конкурс милли ғаилә традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға, никах һәм ғаилә институтына, ғаилә мәҙәниәте нигеҙҙәренә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, әсә, ҡатын, йәш әсә образын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Конкурста Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән башҡорт телен йәки үҙ диалектын, үҙ халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, шәжәрәһен, милли аш-һыуын белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнаша ала.

Тәүге һайлап алыу туры 10 мартҡа тиклем булһа, йомғаҡлау туры 17-18 мартта Балтас районының Иҫке Балтас ауылы Мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте тора.

Автор:
Читайте нас