

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе ҡотланылар. Халыҡ һөйөүен яулаған был конкурс республикабыҙҙа етенсе тапҡыр уҙғарыла.
Проектты «Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкләй. Йылдан-йыл бәйгеселәр һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Быйыл конкурста ҡатнашыуға илебеҙҙең 24 төбәгенән 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән.
Тантананың беренсе өлөшөндә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, «Рәсәй өмөтө» Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының төбәк бүлексәһе етәксеһе Лия Хафизова милли ғаилә традицияларын, халыҡтың рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Сараның икенсе өлөшө еңеүселәрҙе хөрмәтләүгә бағышланды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Тантанала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй дәүләт-йәмәғәт ойошмаһы директоры урынбаҫары Нәзирожон Абдулғәниев, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина тәбрик итте.
Быйылғы конкурс сикһеҙ илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылғайны. Тыуған илен яратҡан, ауыр саҡта уны яҡлауға баҫҡан ҡаһарман егеттәрҙе, Ватаныбыҙҙың ысын батырҙарын тәрбиәләгән әсәләргә йөрәктән сыҡҡан рәхмәт тойғоларын белдерҙеләр. Сараға Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙәрҙең, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән Рәсәй Геройҙарының әсәләре – Игорь Насибуллиндың әсәһе Роза Насибуллина, Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова, Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Шакирова һәм Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова бүләкләнде. Был юғары бүләк бөтәһе 16 ҡатын-ҡыҙға тапшырылды.
Конкурста ун номинация буйынса лауреаттар билдәләнде, еңеүселәргә кубоктар һәм бүләктәр бирелде.
Ғәжәйеп йылылыҡ, яҡтылыҡ, рухи күтәренкелек тантана итте был сарала. Ул гүзәл заттарыбыҙ күңеленә көс, дәрт, илһам өҫтәне.
Фото “Башинформ”дан алынды.