+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Марта 2023, 14:10

Футбол үҫешенә тос нигеҙ

Республикала эш сәфәре менән булған Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Өфөлә яңы футбол манежын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Футбол үҫешенә тос нигеҙФутбол үҫешенә тос нигеҙ
Футбол үҫешенә тос нигеҙ

Республикала эш сәфәре менән булған Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Өфөлә яңы футбол манежын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Яңы ҡоролма баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы “Нефтсе” стадионы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан. Майҙаны – 6,5 мең квадрат метр, дөйөм хаҡы – 653 миллион һум. Бында Республика балалар футболы үҙәгенә йөрөгәндәр шөғөлләнәсәк.

Дмитрий Чернышенко һәм Радий Хәбиров яңы объект менән танышты һәм уның майҙансығында фиджитал-футбол буйынса “Мин – герой” турнирын башлап ебәрҙе. Фиджитал-футбол белем биреүҙе, спортты һәм һанлаштырыуҙы берләштергән ярыштарҙың яңы төрөн тәшкил итә. Ул 2024 йылда Рәсәйҙә үтәсәк “Киләсәк уйындары” халыҡ-ара мультиспорт турниры программаһына ингән.

Вице-премьер “Волга буйы” үҫмерҙәр футбол лигаһында ҡатнашҡан “Өфө” төбәк үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр командалары өсөн 50 комплект футбол экипировкаһына сертификат тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Өфө халҡын яңы спорт объектын сафҡа индерелеү менән ҡотлап, республиканың спорт уҡытыусыларына бер миллион һумлыҡ “Ауыл тренеры” программаһы сертификаттарын тапшырҙы. Өс йыл эсендә 100-ҙән ашыу тренерға ошондай дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Яңы манеж асылыу айҡанлы бер нисә спорт майҙансығына йыйылған 669 футболсы бина эсендә туп һуғыу буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Был күмәк ҡаҙанышты теркәү өсөн Рәсәйҙең Рекордтар китабы редакцияһын да сараға саҡырҙылар.

Был көндә майҙансыҡта 2010 – 2011 йылғы үҫмерҙәр араһында бәләкәй футбол буйынса Өфөнөң асыҡ беренселеге финалы булды. Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров “Өфө” һәм “Рубин” клубтары араһындағы иптәштәр уйында тупты башлап типте, артабан улар сарала ҡатнашыусылар менән аралашты.

Автор:
Читайте нас