+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Марта 2023, 04:55

Буласаҡ дипломаттар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 28 февралдә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында (МГИМО) уҡыған яҡташ-студенттар менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Буласаҡ дипломаттар менән осраштыБуласаҡ дипломаттар менән осрашты
Буласаҡ дипломаттар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 28 февралдә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында (МГИМО) уҡыған яҡташ-студенттар менән осрашты.

Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Бөгөн илдең иң абруйлы вуздарының береһе – МГИМО студенттарына лекция уҡыным.

Һәр етәксегә кеүек үк, минең өсөн дә был ғәйәт ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ булды. Замана студенттарына нимә тураһында һөйләрмен, тип уйландым, ентекле әҙерләндем. Хәҙерге йәштәр барыһын да белә, эшләй. Шуға күрә Башҡортостан, төбәгебеҙ иҡтисады, уның тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге тураһында һөйләшергә ҡарар иттем”, – тип яҙа ул.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ МГИМО ректоры Анатолий Торкунов менән осрашыуы тураһында хәбәр итте.

Мәртәбәле был уҡыу йортонда республиканан 60 егет һәм ҡыҙ уҡый.

Автор:
Читайте нас