

Бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙ, легендар артист һәм хореограф Рудольф Нуриевтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы «Нуриев миҙгелдәре» үтә. Халыҡ-ара мәҙәни проект 12 марттан 2 апрелгә тиклем өс ҡалала – Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда уҙырға тейеш.
Быйыл ул 14 мартта Мәскәүҙә Италия кинорежиссеры Марио Ланфранки төшөргән «Венеция, Карнавал, Мөхәббәт» фильмы һәм Аричи Грацианоның фотокүргәҙмәһе менән асыла. Баҡтиһәң, фильм юғалған тип иҫәпләнеп, Нуриевтың фильмографияһына индерелмәгән булған. «Нуриев миҙгелдәре»н ойоштороусылар фильмды тапҡан, яңыртҡан һәм рус теленә тәржемә иткән.
17 мартта, мәшһүр бейеүсенең тыуған көнөндә, Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Нуриев миҙгелдәре»нең төбәк этабын асыу тантанаһы көтөлә, фильм 18-21 мартта «Родина» кинотеатрында күрһәтелә.
Бынан тыш, өс ҡалала ла «Рудольф Нуриев. Ҡайтыу» фотоэкспозицияһы эшләйәсәк, бейеүсене белгән сәнғәт әһелдәре һәм дуҫтары менән осрашыу, йәш таланттар һәм балет артистары өсөн Нуриевтың оҫталыҡ дәрестәре, уның яҙмышын һүрәтләгән китаптарҙың исем туйы буласаҡ.
«Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проекты беренсе тапҡыр 2018 йылда – Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә үткәрелгәйне. Өс ҡалала ла проект саралары, фильмдар бушлай күрһәтелә.
17 мартта төшкө сәғәт 3-тә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында проекттың Башҡортостандағы этабын асыу тантанаһы уҙа.
18-21 мартта төшкө сәғәт 2-лә һәм киске 7-се яртыла Өфөлә «Родина» кинотеатрында фильмдар күрһәтелә.
Фото: "Башинформ"дан.