-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраля 2023, 03:30

Лайыҡлы награда

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Балтас районынан Альбина Хәйҙәршинаға “Герой-әсә” исеме бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лайыҡлы наградаЛайыҡлы награда
Лайыҡлы награда

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Балтас районынан Альбина Хәйҙәршинаға “Герой-әсә” исеме бирҙе.

“Герой-әсә” исеме 1944 йылда булдырылған. Ләкин СССР тарҡалғас, 90-сы йылдар башында ул да ғәмәлдән сыҡҡайны. Исем Владимир Путин ҡарары менән 2022 йылда кире тергеҙелде.

Альбина Хәйҙәршина был юғары дәүләт наградаһын Башҡортостанда беренсе булып алды. Ул – 13 бала әсәһе. Хәйҙәршиндарҙың өлкән балалары инде үҙаллы йәшәй. Ҡыҙы Элитаға 27 йәш тулған, ул ғаиләһе менән Бөрөлә төпләнгән. Улдары Артур аграр вузды тамамлаған, атаһы менән бергә Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Әлмир ӨДНТУ дипломын алған, армияла хеҙмәт итә. Ә Айгиз Хәйҙәршинды мәктәптән алып яҡшы йырсы булараҡ беләләр, ул - Өфө сәнғәт училищеһы студенты. Айназ автотранспорт техникумында уҡый.

“Герой-әсә” исеме Рәсәй Федерацияһы гражданы булған 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ала. Исем менән бергә бүләкләнгән әсәләргә берәр миллион һум түләнергә тейеш.

Бөгөн Башҡортостанда 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә бар. Исем алыу өсөн шулай уҡ ғаиләнең имен булыуы, уның ағзаларының береһенең дә хөкөмгә тарттырылмауы шарт булып тора.

Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.  

Автор:
Читайте нас