+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Февраля 2023, 10:37

Тәүлек эсендә 296 яҡташыбыҙ ковид йоҡторған

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә Башҡортостанда коронавирус 2060 ауырыуҙа асыҡланған, был унан алдағы аҙнаға ҡарағанда 16 процентҡа күберәк. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай тип хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүлек эсендә 296 яҡташыбыҙ ковид йоҡторғанТәүлек эсендә 296 яҡташыбыҙ ковид йоҡторған
Тәүлек эсендә 296 яҡташыбыҙ ковид йоҡторған

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә Башҡортостанда коронавирус 2060 ауырыуҙа асыҡланған, был унан алдағы аҙнаға ҡарағанда 16 процентҡа күберәк. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай тип хәбәр итте.

Тәүлек эсендә республикала вирус йоҡторған 296 сырхау теркәлгән. Әле дауаханаларҙа 156 ковид-ауырыу ята, уларҙың 109-ы – өлкән йәштәгеләр. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 2060, 618-е – 60 йәште үткән кешеләр. Үткән тәүлектә 301 яҡташыбыҙ коронавирустан һауығыуға өлгәшкән.

Вакцинация тураһында һүҙ алып барғанда, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 3 615 526 кеше яһатҡан, икенсе компонетын да эшләтеүселәр – 3 428 562.

Азат Рәхмәтуллин шулай уҡ киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән сирләүселәр ҙә артыуын билдәп үтте.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас