

23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү паркында байрам сараларында ҡатнашты.
Ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросовтың һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлдәре алдындағы Мәңгелек ут эргәһенә сәскәләр һалды.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Ҡораллы Көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар һуғыш яландарынан ҡайтмаған Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды.