

Баҡалы районында йәшәүсе Сәхиә Бәҙретдинова 100 йәшлек юбилейын билдәләне.
Сәхиә Зиннәтулла ҡыҙы Туҡтағол ауылында тыуып үҫеп, ғүмер буйы шунда йәшәй. Бик йәшләй, 4-се кластан һуң уҡ эшләй башлай, башҡа балалар менән бергә өлкәндәргә баҫыуҙа, фермала ярҙам итә.
Һуғыш башланғас, Иҫке Ҡорос ауылында тракторсылар әҙерләүсе ярты йыллыҡ курстар асыла. Сәхиә Бәҙретдинова шунда уҡып сығып, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тракторҙа эшләй.
Һуғыштан һуң Сәхиә Зиннәтулла ҡыҙы яу ветераны Зәйнетдин Әхиәретдин улы менән ғаилә ҡора. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Сәхиә Зиннәтулла ҡыҙы ғүмер буйы тыуған колхозында тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡәҙерлеләренең һөйөүенә солғанып ҡаршылай. Йөҙйәшәр инәйҙең 13 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре бар.
Сығанаҡ: “Башинформ”.