+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраля 2023, 10:37

«Йәш килен» республика конкурсы һеҙҙе көтә

Республикала «Йәш килен» этноконкурсына ғаризалар ҡабул итеү бара.  

Добавить в предпочтительные источники Google
«Йәш килен» республика конкурсы һеҙҙе көтә«Йәш килен» республика конкурсы һеҙҙе көтә
«Йәш килен» республика конкурсы һеҙҙе көтә

Башҡорт ҡатындары араһында йыл һайын ойошторолған сара изге ғаилә традицияларын һаҡлау, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләү, уларҙы тотороҡло, бәхетле ғаилә мөнәсәбәттәрен булдырыуға йәлеп итеү, ысын әсә һәм ҡатын образын асыу маҡсаттарын ғәмәлгә ашыра.

Бәйгелә Башҡортостандан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә йәшәгән һәм башҡорт телендә йәки үҙ диалектында аралашҡан, халҡы йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәтен, үҙенең һәм тормош иптәшенең шәжәрәһен, милли аш-һыуын, ата-бабаларының кәсебен белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнаша.

Конкурста ҡатнашыр өсөн ғаризаларҙы 2023 йылдың 18 февраленән 1 мартына тиклем kultbal@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Һайлап алыу туры (электрон адресҡа ебәрелгән видеояҙма буйынса) 2023 йылдың 10 мартына тиклем үтә.

Артабанғы этаптары 2023 йылдың 17-18 мартында Балтас районының Иҫке Балтас ауылында уҙасаҡ.

Халыҡ ижады йолаларына арналған  оҫталыҡ дәрестәре, фольклор коллективтары етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл, һандыҡтар күргәҙмә-йәрминкәһе, башҡорт килендәре бәйгеһе, «Килен сәйе» конкурс-презентацияһы уҙасаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.

Фото:  Республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас