

Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова: “Махсус хәрби операция темаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә төп темаларҙың береһе булды”, – тине.
“Махсус хәрби операция темаһы дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең ҙур өлөшөн алып торҙо. Бөгөн илдең бөтә төбәктәре лә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә булышлыҡ итә, һәм Президент уларҙың яҡындарына ярҙам сараларына айырым туҡталды, беренсенән – был ярҙамдың кисектергеһеҙ булырға тейешлеген билдәләне, икенсенән – махсус дәүләт фондын булдырырға ҡушты. Тиҙ арала фонд үҙе лә, уның төбәк бүлексәләре лә эшләй башларға һәм ғаиләләр менән үҙ-ара бәйләнеште яйға һалырға тейеш”, – тип уртаҡлашты “Башинформ” менән Эльвира Айытҡолова.
Ул был йүнәлештә Башҡортостан һәм илдең башҡа субъекттары алып барған системалы эштең яугирҙәрҙең рухын нығытыу өсөн айырыуса мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Һәр хәрби хеҙмәткәрҙең һәм уның ғаилә ағзаларының иғтибар менән солғап алыныуы алғы һыҙыҡта һалдаттарға көс һәм ышаныс бирә, уларҙы өйҙәгеләр өсөн борсолоуҙан арындыра. Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһенең байтаҡ өлөшөн реабилитация һәм юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә арнаны. Был эште ойошторған төбәк етәкселәренә рәхмәт әйтте. Дәүләт башлығы илебеҙҙең күп милләтле халҡына берҙәмлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе”, – тип өҫтәне Эльвира Айытҡолова.
Фото “Башинформ”дан алынды.