+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраля 2023, 15:59

“Көсөбөҙ – берҙәмлектә”

Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Лилиә Ғүмәрова: “РФ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендәге төп фекерҙәрҙең береһе – илебеҙ халҡының берҙәмлек ҡеүәтен күрһәтеү”, – тип билдәләне. 

Добавить в предпочтительные источники Google
“Көсөбөҙ – берҙәмлектә”“Көсөбөҙ – берҙәмлектә”
“Көсөбөҙ – берҙәмлектә”

Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе Лилиә Ғүмәрова: “РФ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендәге төп фекерҙәрҙең береһе – илебеҙ халҡының берҙәмлек ҡеүәтен күрһәтеү”, – тип билдәләне.

“Президент, бөгөн беҙҙең төп көсөбөҙ – дөйөм оло еңеү хаҡына берләшеү, тип бик аныҡ әйтте. Тарих быны күп тапҡырҙар раҫланы. Дәүләт башлығы, ғәмәлдә, илебеҙҙә йәшәүсе һәр кемгә – һалдаттарға һәм офицерҙарға, уҡытыусыларға һәм табиптарға, мәктәп уҡыусыларына һәм пенсионерҙарға һәм башҡа бик күптәргә мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, Мөрәжәғәтнамәлә фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы үтә әһәмиәтле программа йүнәлештәрен ҙур ҡәнәғәтләнеү менән билдәләп үткем килә. Урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү буйынса инициативалар – көтөп алынған идеялар. Сөнки бөгөн, йөҙләгән яңы производстволар асылғанда, беҙгә бөтөнләй башҡа кимәлдәге компетенциялы белгестәр кәрәк. Һәм 2025 йылдан уҡ ошо йүнәлештә маҡсатлы аҡсалар бүленәсәк, "Профессионалитет" программаһы киңәйтеләсәк, ә был иһә урта һөнәри белем биреүҙең, бизнестың һәм эшсе профессияларҙың тығыҙ бәйләнеше”, – тине Лилиә Ғүмәрова “Башинформ” хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә.

Мөрәжәғәтнамәлә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм яңы уҡыу йорттары төҙөү программалары эшен дауам итеүгә баҫым яһалыуы ла бик мөһим , тине ул.  

"Милли проекттар сиктәрендә улар буйынса аҡса туранан-тура Рәсәй субъекттарына бүленәсәк. Балаларға ярҙам итеү, ғаилә институтын хуплау ҙа әһәмиәтле. Беҙ бөгөн тағы ла бер тапҡыр шуға инандыҡ: күп милләтле илебеҙ традицион ғаилә һәм рухи-әхләҡи ҡиммәттәргә нигеҙләнгән. Тик шулай ғына беҙ йәштәребеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ”, – тип әйтеп үтте Лилиә Ғүмәрова.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:
Читайте нас