+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраля 2023, 04:10

Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Был датаны 1999 йылда ЮНЕСКО юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында иғлан итте.

Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнөБөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Был датаны 1999 йылда ЮНЕСКО юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында иғлан итте.

Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, уларҙың күптәре юғалыу сигендә.

Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” - ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Республикала Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар киң үткәрелә. 

Автор:
Читайте нас