+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Февраля 2023, 06:33

Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс

Әлшәй районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, мобилизацияланғандарҙың туғандары ихлас күңелдән был эшкә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, яңыраҡ Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары һуғыш яланында йөрөгән яугирҙәрҙе һәммәбеҙҙең дә яратҡан милли ризығы – туҡмас менән ҡыуандырырға булды, тип яҙып сыҡты "Әлшәй хәбәрҙәре" гәзитендә журналист Фәнүзә Суфиянова.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәсЯугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс
Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс

Туҡмас юлда боҙолмаясаҡ, ә поход шарттарында ниндәй генә һурпаға һалһаң да, бик туҡлыҡлы ризыҡ буласаҡ, ти хужабикәләр.
- Күптәребеҙҙең яҡындары әле алғы сафта. Аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, күңелебеҙ менән беҙ улар янында, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Яңыраҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальоны яугире булған бер егетебеҙ ялға ҡайтты. Беҙ уның менән бергә һалдаттарға күстәнәстәр ебәрергә булдыҡ, тыуған йорт йылыһын тойоп, әсәйҙәре, ҡатындары, апайҙары әҙерләгән туҡмаслы аштан ауыҙ итһендәр, - ти ауыл старостаһы Әлфиә Солтанова.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ: йәкшәмбе көндө Әлфиә һәм Шәйгәрҙән Солтановтар йортона уңған хужабикәләр Гөлназ Фәхретдинова, Ләйлә Яҡшембәтова, Фирүзә Әбеҙгилдина, Зилә Әминева, Зөлфиә Бикбулатова, Нурания Назарова, Айгөл Назарова, Рәфилә Мостафина, Рәйсә Солтанова, Земфира Сираева йыйыла. Ҡыҙҙар 65 йомортҡанан ҡамыр баҫып, тырышып йәйеп, тигеҙ генә итеп туҡмас киҫеп тә ҡуялар.
- Донъялар тыныс булыуын, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй-теләй эшләнек. Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ яугирҙәргә барып етһен, ауыр минуттарҙа уларға ярҙам итһен, ризыҡтарына яҙһын, тип доғалар ҡылдыҡ, - ти ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.
Аҡҡолай ҡыҙҙары бер ыңғай сәй өсөн төрлө дарыу үләндәрен дә турап, контейнерҙарға тултыра. Туҡмас булғас, ит тә кәрәк. Ошондай уйҙар менән Илдар Ризуанов 30 банка тушенка, Фларит Латипов ҡаҙ түшкәһе килтерә. Мининур Лотфиева тәмле ҡаҡ, киптерелгән ҡорот, башҡа ауылдаштар консервалар, шулай уҡ ойоҡбаш, эске кейем, гигиена кәрәк-яраҡтары алып килә. Бына шулай бергәләшеп әҙерләгән посылкалар һәм әйберҙәр алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән дә инде.
Әгәр Иҫке Аҡҡолайҙың апай-еңгәләре туҡмас киҫһә, Бәләкәй Аҡҡолай ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре әҙерләгән. Был эште декрет ялында булған йәш әсә, уҡытыусы Алиә Акушекова ойошторған. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының Шайморатов класы уҡыусылары ла аҡҡолайҙарға ҡушыла, уҡытыусы Фәнүрә Ғәлимова етәкселегендә улар яугирҙәрҙе яҡынлашып килгән байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, хаттар яҙған.
- Аҡҡолайҙар, бигерәк тә ошо ике ауылда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ, финанс яҡтан ныҡ ярҙам күрһәтте. Был аҡсаға беҙ шайморатовсылар өсөн дарыуҙар һатып алдыҡ. Ә ҡалған сумманы райондан гуманитар ылау оҙатыу өсөн кәрәкле тауарҙар һатып алыуға йүнәлтергә булдыҡ. Ауылдаштарыма ошо изге эште еренә еткереп башҡарғандары өсөн ҙур рәхмәт! - ти староста Әлфиә Солтанова.

Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс
Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс
Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс
Яугирҙәргә – тыуған яҡтан күстәнәс
Автор:
Читайте нас