+9 °С
Ясно


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Туған тел ғаиләнән башлана” проекты сиктәрендә туған телгә бәйле сюжетҡа ҡоролған ҡыҫҡа видеояҙмалар төшөрә.
Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм театрҙың әҙәбиәт бүлеге баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.