+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Февраля 2023, 05:50

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар

21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сараларХалыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар

21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Ошо датаға арнап, республикала төрлө саралар үткәрелә. “Торатау” конгресс-холында әҙәбиәт классиктары Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айтматов ижадына бағышланған әҙәби кисә була. Башланыу ваҡыты – 15.00 сәғәттә.

Ошо уҡ көнгә Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетында “Мәғариф системаһында туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт: традициялар һәм инновациялар” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы ҡуйылған. Осрашыуҙың программаһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, телсе-ғалим Фирҙәүес Хисаметдинованың, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ошо яҙыусыларҙың дуҫлығы һәм берлектәге ижади эшмәкәрлеге, әҫәрҙәрҙе Рәсәйҙең дәүләт телдәренә тәржемә итеү тураһында сығышы, йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларының туған телдәге сығышы ҡаралған. Башланыу ваҡыты – 10.00 сәғәттә.

Бөгөн иһә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала туған тел һәм әҙәбиәт буйынса яңы әсбаптар, уҡытыу-методик комплекттар, уҡытыу пособиелары менән танышыу үткәрелә.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас