-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Февраля 2023, 08:53

Өфө хосписы июндә асыласаҡ

Өфө хосписы үҙенең тәүге пациенттарын быйыл июнь аҙағында ҡабул итәсәк. Был турала ҡарар ҡабул ителде, тип әйтеп үтте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө хосписы июндә асыласаҡӨфө хосписы июндә асыласаҡ
Өфө хосписы июндә асыласаҡ

Өфө хосписы үҙенең тәүге пациенттарын быйыл июнь аҙағында ҡабул итәсәк. Был турала ҡарар ҡабул ителде, тип әйтеп үтте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә. Ул хоспис төҙөлөшө бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә алып барылыуын, бының иһә әлеге ваҡытта ярайһы уҡ ҡатмарлы булыуын билдәләне.

«Хоспис 2023 йылдың июнь аҙағында асыласаҡ, тип ҡарар иттек. Ҡалаға ла, Хеҙмәт министрлығына ла, медиктарға ла был турала йөкләмә бирҙем», – тине республика етәксеһе.

Өфө хосписы ҡаланың көньяғында урынлашҡан. Биналарының дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метрға яҡын. Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуларҙың 20-һе балалар өсөн.

Фото «Башинформ»дан алынды.

Автор:
Читайте нас