+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Февраля 2023, 08:31

Коронавирус китергә уйламай ҙа

Пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа коронавирус 351 646 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үткән тәүлектә инфекция 257 сырхауҙа раҫланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирус китергә уйламай ҙаКоронавирус китергә уйламай ҙа
Коронавирус китергә уйламай ҙа

Пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа коронавирус 351 646 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үткән тәүлектә инфекция 257 сырхауҙа раҫланған.

Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 166 яҡташыбыҙ ковидҡа ҡаршы дауа ала, шуларҙың 108-е – 60-ты уҙғандар.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 977, 528-е – өлкән йәштәгеләр.

Инфекциянан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 343 502, аҙаҡҡы тәүлектә 144 кеше сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.

Вакцинация тураһында һүҙ алып барһаҡ, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 3 606 452 кеше яһатһа, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 3 415 279.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас