-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Февраля 2023, 03:55

«Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла

Республикала Файҙалы ғәмәлдәр йылы сиктәрендә «Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла«Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла
«Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла

Республикала Файҙалы ғәмәлдәр йылы сиктәрендә «Яҡташлыҡ көсө» форумы уҙғарыла.

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, форум 5 майҙа Өфөлә була. Сараға әҙерлек һәм уны уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты төҙөлә, уны Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкләй. Шулай уҡ комитет сотавына уның беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, республика  министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ баш ҡала хакимиәте вәкилдәре инде.

Ойоштороу комитетына сараның программаһын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш. Указдың үтәлешен контролдә тотоу төбәк етәксеһе хакимиәтенә йөкмәтелгән.

Автор:
Читайте нас